Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Ноябрь 2023, 12:45

Зеленский Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенә ҡаршы санкциялар индерҙе

Максим Забелиндың социаль селтәрҙәре
Фото: Максим Забелиндың социаль селтәрҙәре

Украина президенты Владимир Зеленский Рәсәй граждандарына һәм компанияларға ҡарата шәхси санкциялар индереү тураһында сираттағы документҡа ҡул ҡуйған. Исемлектә Башҡортостан вәкилдәре лә бар, указдың тексы Украинаның Милли хәүефһеҙлек һәм оборона советы сайтында баҫылған.

Атап әйткәндә, был Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға, республиканың элекке мәғариф һәм фән министры, хәҙер Дәүләт Йыйылышы депутаты Айбулат Хажинға, Башҡортостанда бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихинаға ҡағыла. Уларға ҡаршы индерелгән сикләүҙәр араһында: активтарҙы блокировкалау, Украинала дәүләт мөлкәтен ҡуртымға алыуҙы тыйыу, сауҙа һәм мөлкәт операцияларын тыйыу һәм башҡалар.

Бынан алдараҡ «Башинформ» АҠШ-тың Башҡортостан Башлығына ҡаршы санкциялар индереүе тураһында хәбәр иткәйне. Радий Хәбиров иһә шәхси санкцияларҙың мәғәнәһеҙ булыуын, уларҙың сәйәси мәғәнәһе аңлашылмауын, санкциялар исемлегенә үҙҙәренең сәйәси позицияһын асыҡтан-асыҡ белдергәндәрҙең инеүен билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-11-20/zelenskiy-vvel-sanktsii-protiv-rukovoditelya-administratsii-glavy-bashkirii-3528136

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас