Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Ноябрь 2023, 15:41

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға наградалар тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған Радик Динәхмәтов «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

«Ысын ир-егет ҡылығы был! Ул үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнаша һәм хәрби бурысын үтәй», - тине Радий Хәбиров награданы тапшырғанда.

«Беҙ унда аныҡ, һағыраҡ, кәрәк икән, ҡаты һуғышабыҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең: «Башҡортостан, Алға!» тигән һүҙҙәрегеҙҙе хәтерҙән сығармайбыҙ»,- тине Радик Динәхмәтов.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-11-20/glava-bashkirii-nagradil-uchastnikov-svo-3528467

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: