
Башҡортостан Башлығы һәм Дәүләт Йыйылышы раҫлаған республика Йәмәғәт палатаһы ағзаларының йыйылышы үтте. Улар урындағы йәмәғәт берекмәләренең ун вәкилен йәмәғәт палатаһына ағза итеп алыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар – Данияр Абдрахманов, Гөлшат Әхмәҙиева, Алевтина Васильева, Айгөл Ғәбитова, Евгений Мельников, Искәндәр Сәйетбатталов, Булат Сафин, Анатолий Хомячук, Роза Хузина һәм Олеся Шеметова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың йәмәғәт палатаһының тәүге ун ағзаһы 26 октябрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында тауыш биреү юлы менән һайланды. 2 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы республика Йәмәғәт палатаһы ағзаларының икенсе тиҫтәһен раҫлау тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Алтынсы составтың өс йыллыҡ вәкәләтлек ваҡыты рәсми рәүештә 2023 йылдың декабрендә тамамлана, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Ноябрь аҙағында уның ағзалары үҙ эшенә йомғаҡ яһай. Етенсе составтың беренсе ултырышы быйыл декабрҙә планлаштырыла, унда Йәмәғәт палатаһы рәйесе һәм уның урынбаҫарҙары һайлана, шулай уҡ палатаның структураһы раҫлана.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.