05:34 (UTC+5), 16 Ноябрь 2023

Башҡортостан Башлығы халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшө өсөн наградланды

Фото: Олег Яровиков
Роман Якимчук

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашты. Улар төбәктең тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Рәсәйҙең Сит ил ил эштәре министрлығы етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан илдең дуҫ дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеген нығытыуға тос өлөш индерә.

«Халыҡ-ара саралар үткәреү өсөн яҡшы мөмкинлектәр булдырыуығыҙҙы баһалайбыҙ. Киләһе йылда Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың сираттағы төбәк -ара хеҙмәттәшлек форумын юғары кимәлдә үткәрерһегеҙ тип ышанабыҙ, - тине Сергей Лавров. - Беҙгә ярҙам иткән ЮНЕСКО эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы ла билдәләп үтергә теләйем, өҫтәүенә миңә ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәйҙең хөкүмәт комиссияһына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелде. Шуға күрә был өлкәләге ҡаҙаныштар һәм мөмкинлектәр асыҡтан-асыҡ күренә, беҙ уларҙы яҡшы күрәбеҙ».

Осрашыуҙа Сергей Лавров Радий Хәбировҡа күкрәккә таға торған «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшө өсөн» билдәһен тапшырҙы. Республика етәксеһе Рәсәйҙең сит ил эштәре министрына юғары баһа өсөн рәхмәт белдерҙе һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуҙың республиканы үҫтереүҙә өҫтөнлөккә эйә булыуын билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-11-15/glava-bashkirii-nagrazhden-za-vklad-v-mezhdunarodnoe-sotrudnichestvo-3522301

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика