Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Ноябрь 2023, 14:15

Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы Өфөлә уҙа – Владимир Путин

kremlin.ru
Фото: kremlin.ru

Рәсәй президенты Владимир Путин бөгөн, 9 ноябрҙә, эш сәфәре менән Астанаға килде. Дәүләт башлыҡтары үҙ-ара һәм делегациялар ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр үткәрергә әҙерләнә, бер нисә документҡа ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

Һөйләшеүҙе башлар алдынан етәкселәр видеобәйләнеш аша Кустанайҙа барған Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының «Ауыл хужалығы – көслө иҡтисад нигеҙе» тип аталған пленар ултырышына ҡушылды.

Владимир Путин форумда ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәрендә Ҡаҙағстан башлығына хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уның үҫешендә ике илдең үҙ-ара килешеп эш итеүе мөһим роль уйнауын билдәләне. Мөмкинлектән файҙаланып, Рәсәй президенты форумда ҡатнашыусыларҙы Өфөгә, Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең киләһе төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына саҡырҙы.

«Рәсәй менән Ҡаҙағстандың хеҙмәттәшлегендә төбәк-ара бәйләнештәр ҙә мөһим роль уйнай. Төбәктәрҙең бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итергә ынтылышын, шулай уҡ һеҙҙең файҙалы башланғыстарығыҙҙы хупларбыҙ. Форумда ҡатнашыусыларға һәм уны ойоштороусыларға емешле эш теләйем. 2024 йылда сираттағы төбәк-ара форум Рәсәйҙә, Өфөлә үткәрелә. Һеҙҙе унда ҡатнашырға саҡырам», - тине Владимир Путин.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-11-09/hh-forum-mezhregionalnogo-sotrudnichestva-kazahstana-i-rossii-proydet-v-ufe-vladimir-putin-3513125

 

 

Читайте нас