Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Ноябрь 2023, 15:13

Башҡортостан Башлығы: Халыҡтар берҙәмлеге көнө - беҙҙең өсөн мөһим байрамдарҙың береһе

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Халыҡтар берҙәмлеге көнө — беҙҙең өсөн иң мөһим байрамдарҙың береһе. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шишәмбе республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

- 4 ноябрь тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә бара һәм ысынлап та яратҡан байрамыбыҙға әүерелеп килә. Айырыуса милләттәр, халыҡтар, телдәр, мәҙәниәттәр, диндәр күп булған Башҡортостанда был үтә мөһим байрам, - тип билдәләне республика етәксеһе.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Радий Хәбировтың Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Дуҫлыҡ Монументына сәскәләр һалыуы тураһында яҙғайны. Был көндө Өфөлә байрам уңайынан тантаналы сара үтте, унда Башҡортостан Башлығы дәүләт наградаларын тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-11-07/glava-bashkirii-den-narodnogo-edinstva-odin-iz-samyh-vazhnyh-dlya-nas-prazdnikov-3509484

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас