

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында КПРФ фракцияһы етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин вазифаһын ҡалдырҙы. КПРФ-тың республика комитеты хәбәр итеүенсә, чиновник үҙ теләгенә һәм КПРФ-тың Үҙәк Комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Юрий Афониндың яҙма тәҡдименә ярашлы вазифаһынан бушатылды.
«Мин Үҙәк Комитеттың тәҡдимен хупларға булдым һәм фракциялағы коллегаларымды ла шулай эшләргә саҡырҙым. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәҡдим иткән һуңғы проектыбыҙ тирәләй хәлде тәрәнгә ебәрмәҫ өсөн фракция етәксеһе вазифаһын ҡалдырырға һәм иғтибарымды КПРФ-тың республика комитетында эшкә тупларға хәл иттем», — тине Юнир Ҡотлоғужин.
Коммунистар фракцияһы етәксеһе вазифаһын Ҡотлоғужин урынына Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы вице-спикеры Вадим Старов биләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юнир Ҡотлоғужин танылған бейеүсе Рудольф Нуриевты тәнҡитләп сыҡҡайны. Ул артисты «Тыуған илгә хыянат итеүсе» тип атаны һәм әхләҡи ҡиммәттәрҙе һаҡларға саҡырҙы. Был һүҙҙәр республиканың ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни өлкәләрендә шау-шыу тыуҙырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.