
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Даурен Абаев менән эш осрашыуы үткәрҙе. Яҡтар иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлектең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.
Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды тарихи уртаҡлыҡ бәйләй, был артабан үҙ-ара эш итеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр аса, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә. Беҙҙе уртаҡ тарихи, мәҙәни, этник тамырҙар бәйләй. Һуңғы йылдарҙа үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙгә яңы һулыш бирҙек, сауҙа әйләнеше арта, йылды үҫеш менән тамамларбыҙ, артабан үҫешеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бөгөн Башҡортостан тауар әйләнешенең ундан бер өлөшө Ҡаҙағстанға тура килә. Дүртенсе йыл арта бара. Мәҫәлән, былтыр тауар әйләнеше 10% – 464 миллион долларға тиклем артҡан.
Башҡортостан менән Ҡаҙағстан үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн яҡшы инфраструктура булдырҙы, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ҡаҙағстанда Рәсәйҙең сауҙа вәкиллеге составында Башҡортостан вәкиллеге эшләй. Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән сәнәғәттә уртаҡ проекттары бар, ауыл хужалығы, фән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек үҫешә. Ҡаҙағстандан 800-ҙән ашыу студент Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында белем ала.
Ноябрҙә Ҡаҙағстандың Костанай ҡалаһында Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XIX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы ойошторола. Унда Радий Хәбиров та ҡатнашырға йыйына.
Даурен Абаев Башҡортостанда үҙенә күрһәтелгән ҡунаҡсыллыҡты юғары баһаланы. Ҡаҙағстан етәкселеге Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүлә, тине илсе.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.