09:33 (UTC+5), 17 Октября 2023

Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин вазифаһын ҡалдыра

Фото: Рөстәм Рәхмәтуллиндың социаль селтәрҙәре
Ләйсән Закирова

Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин вазифаһын бушата. Мэр Ратмир Мәүлиев баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә кадрҙар алмашыныуы тураһында хәбәр итте.

«Мин уға ҡаланың ҙур предприятиеларының береһен етәкләүен һорап мөрәжәғәт иттем, унда бөгөн уның көс-дәрте, коммуналь өлкәләге тәжрибәһе кәрәк. Рөстәм Наил улы ризалашты. Һис шикһеҙ, һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Район өсөн бик күп эштәр башҡарғанығыҙ өсөн рәхмәт. Артабан да бергәләп эшләрбеҙ», – тине Өфө хакимиәте башлығы.

Ратмир Мәүлиев күп йыллыҡ хеҙмәте һәм районға уңышлы етәкселек иткәне өсөн Рәхмәтуллинға рәхмәт хаты тапшырҙы.

«Етәксеңдән награда алыу – бик күңелле. Өлфәт Мансур улы ла, Сергей Николаевич та бүләкләргә өлгөрмәне. Һеҙҙең ҡулдан алдым, ҙур рәхмәт, –Рөстәм Рәхмәтуллин. – Был беҙҙең ябай хеҙмәтебеҙгә оло баһа булып тора. Минең һәм Совет районы хакимиәте коллективының. Һис шикһеҙ, биш йыл район етәксеһе булып эшләгән осорҙа байтаҡ эштәр атҡарылған».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Рәхмәтуллин Совет районы башлығы итеп 2019 йылда тәғәйенләнгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-10-17/glava-administratsii-sovetskogo-rayona-ufy-rustem-rahmatullin-pokidaet-svoy-post-3481478

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика