Бөгөн Өфөлә Башҡортостан һәм Беларусь Республикаһы делегацияларының эшлекле осрашыуы уҙҙы.
Һуңғы йылдарҙа үҙ-ара сауҙала ғына түгел, белорус коллегаларыбыҙ менән сәнәғәт кооперацияһын ойоштороуҙа ла ҙур уңыштар бар, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров.
«Кисә «Амкодор» компанияһының иген таҙартыу-киптереү комплекстарын етештереү буйынса заводты сафҡа индереү беҙҙең партнерлыҡ тарихында мөһим ваҡиға булды. Республика проект-эҙләнеү, төҙөлөш-монтаж эштәре буйынса бурыстарҙы үҙ өҫтөнә алды, инвесторҙы һалым льготалары, льготалы займдар менән тәьмин итте», - тине Радий Хәбиров.
«Башинформ» кисә Башҡортостанда «Амкодор»ҙың грейдерҙар, бульдозерҙар, экскаваторҙар етештереү буйынса проектына ла старт биреүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, беҙҙең хеҙмәттәшлек күп йүнәлештәр буйынса әүҙем үҫешә: сәнәғәт кооперацияһы тәрәнәйә, агросәнәғәт комплексында, машиналар эшләү, пилотһыҙ авиация тармаҡтарында проекттар ғәмәлгә ашырыла, гуманитар бәйләнештәр нығына.
«2023 йылдың 7 айында тышҡы сауҙа әйләнеше 179 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 6% артҡан. Беҙ тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса 1 миллиард долларға ынтылырға тейешбеҙ, Беларусь президенты Александр Григорьевич Лукашенко ошо хаҡта әйткәйне», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Бөгөн Башҡортостанда 50-нән ашыу сауҙа объекты Белоруссия продукцияһын һатыуға махсуслаша.
«Туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек уңышлы үҫешә. «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» проектына Беларусь Республикаһына сәфәрҙәрҙе индерҙек. Туроператорҙар сығымының бер өлөшө бюджет иҫәбенә субсидиялана. Программала ҡатнашыусылар 26 мең һум ғына аҡса түләй. Бөгөнгә 1000-дән ашыу өлкән быуын вәкиле Беларусь Республикаһына экскурсияға барып ҡайтты. Белоруссияла йәшәүселәргә лә республикабыҙ менән танышыу ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым. «Ред Вингс» авиакомпанияһы аҙнаһына бер тапҡыр Өфө – Минск маршруты буйынса осош башҡара. Был йүнәлеш бик популяр. Аҙнаһына ике рейс булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Башҡортостанда зубрҙар үрсетеү эше тураһында ла һөйләне.
«Май айында Мораҙым тарлауығына туғыҙ зубр килтерҙек. Ноябрь аҙағына тиклем тағы ла 9 зубр көтәбеҙ. Малдар иркендә йөрөй, үҙҙәрен һәйбәт тоя. Белгестәребеҙ уларҙы көн дә күҙәтеп тора», - тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.