10 октябрҙә Өфө районында Беларусь премьер-министры Роман Головченко, Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белоруссияның «Амкодор» холдингы майҙансығында булды. Ул «Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә урынлашҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың декабрендә Радий Хәбиров Белоруссияға сәфәре барышында «Амкодор» холдингы майҙансығы менән танышты һәм уның республикабыҙ менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Һуңынан «Амкодор» компанияһы проектын «Инвестиция сәғәте»ндә хупланылар, ошо уҡ йылдың сентябрендә Роман Головченко менән Радий Хәбиров яңы завод төҙөлөшөнә старт бирҙе. Бының өсөн 3 миллиард һум аҡса һалынды.
Индустриаль парк резиденты – «Амкодор-Ағиҙел» предприятиеһы – иген таҙартыу-киптереү комплекстарын етештерергә планлаштыра. Туғыҙ ай эсендә асылған производствола 500 эш урыны булдырыла.
«Дәүләт башлыҡтары Александр Лукашенко һәм Владимир Путин яңы производстволарҙы үҫтереүҙе, ғөмүмән, илдәребеҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен хуплай. Яңы предприятие өлгөһөндә бергәләп ҡыҫҡа ҡына ваҡыт эсендә донъя баҙарында конкурентлыҡҡа һәләтле продукция булдыра алыуыбыҙҙы күрәбеҙ», - тип билдәләне Роман Головченко.
Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының кооперация бәйләнештәрен артабан да нығытыу мөмкинлеген юғары баһаланы.
«Яңы производство – илебеҙ өсөн технологик суверенитетты нығытыуға өлөш индергән мөһим проект, – тине вице-премьер. – Был сәнәғәт өлкәһендә һөҙөмтәле халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең сағыу өлгөһө булып тора, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре үҫешенә булышлыҡ итә».
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь һәм Рәсәй хөкүмәтенә проектты хуплағандары өсөн рәхмәт белдереп, предприятие коллективын производствоның сафҡа индерелеүе менән ҡотланы.
«Йылдан-йыл илебеҙ аграрийҙары игендең уңышын арттыра барыуын иҫәпкә алғанда, Рәсәйҙә иген таҙартыу комплекстарына ихтыяж ҙур. Республикабыҙҙа ғына алдағы йылдарҙа ашлыҡ киптереү өсөн 120 комплекс, иген таҙартыу өсөн 500 машина кәрәк», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хәҙер иген киптергестәр менән тәьмин ителеш – яҡынса 25-28%. Рәсәй хужалыҡтары бындай техника менән ни бары 45%, ә иген һаҡлағыстар менән 40% ғына тәьмин ителгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.