Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Октябрь 2023, 15:29

Башҡортостанға Беларусь премьер-министры Роман Головченко килде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Өфөгә рәсми сәфәр менән Беларусь премьер-министры Роман Головченко килде. Аэропортта уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Роман Головченко Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Александр Новак һәм республика етәксеһе Радий Хәбиров менән бергә иген эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса «Амкодор-Ағиҙел» заводын асыу тантанаһында ҡатнаша, шулай уҡ Белоруссияның «Амкодор» холдингының яңы производствоһы төҙөлөшөнә старт бирә.

Бынан тыш, Беларусь премьер-министрының программаһында – Өфө трамвай-троллейбус заводына барыу һәм Башҡортостан муниципалитеттарына коммуналь техника тапшырыу. Сәфәр барышында төбәктең сәнәғәт проекттары менән дә таныштырыу планлаштырыла. 11 октябрҙә Роман Головченко Республика көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан иҡтисадын структуралы үҙгәртеп ҡороу барышы һәм был процеста Беларусь менән хеҙмәттәшлектең әһәмиәте хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-10-10/v-bashkiriyu-pribyl-premier-ministr-belarusi-roman-golovchenko-3473526

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас