Булдырылған базаға, һуңғы йылдарҙа өлгәшелгән мөһим ҡаҙаныштарға таянып, беҙ Башҡортостан 3.0 төҙөлөшенә күсәбеҙ. Был хаҡта бөгөн етенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының беренсе пленар ултырышында республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
«Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙҙең идара итеү командаһы бөгөн 2030 йылға тиклемге осорға республиканың үҫеш йүнәлештәрен планлаштыра. Етенсе саҡырылыш «биш йыллығы» 2028 йылда тамамлана, тимәк, беҙгә Башҡортостан киләсәген күҙ алдына килтерергә, ә һуңынан ышаныслы рәүештә маҡсаттарға табан барырға кәрәк.
Дәүләт Йыйылышына эш төркөмө булдырырға тәҡдим итәм. Стратегик пландар өҫтөндә эшләгәндә тәҡдимдәрегеҙҙе мотлаҡ иҫәпкә алырбыҙ. Күптәр үҙ биләмәләрендә оҙаҡ эшләй, урындағы әүҙем ағзалар, төркөмдәр һәм берләшмәләр менән тығыҙ аралаша. Халыҡ һеҙҙе белә, хөрмәт итә, фекерегеҙгә ҡолаҡ һала. Ошо эште артабан дауам итеүегеҙҙе һорайым. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ, белемегеҙ биләмәләрҙең, республиканың киләсәген планлаштырғанда бик мөһим», - тине Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы депутаттарына мөрәжәғәт итеп.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.