06:53 (UTC+5), 05 Октября 2023

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп йәнә Константин Толкачев һайланды

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 5 октябрҙә, етенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың беренсе пленар ултырышында парламент спикеры итеп йәнә Константин Толкачев һайланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул тәүге тапҡыр республиканың закондар сығарыу органы етәксеһе булып 1999 йылда тәғәйенләнде, был вазифаны ул алтынсы тапҡыр рәттән биләй.

Константин Толкачевтың кандидатураһын Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты тәҡдим итте. Әлеге башланғыс менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһы сығыш яһаны. Депутаттар бер тауыштан Константин Толкачев өсөн тауыш бирҙе.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе коллегаларына күрһәткән ышаныстары өсөн рәхмәт әйтеп, Юғары закондар сығарыу һәм вәкәләтле орган рәйесенә парламент эшен ойоштороу һәм төрлө кимәлдәге дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары менән һөҙөмтәле эш алып барыу өсөн ҙур яуаплылыҡ һалынғанын билдәләне.

– Үҙемә йөкмәтелгән вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн һөнәри тәжрибәмде һәм белемемде ҡулланырға һүҙ бирәм, – тине Константин Толкачев. – Уҙған саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы  – Ҡоролтай депутаттарына һөҙөмтәле эшмәкәрлек өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Депутаттар корпусының яңы составы башланғыстарҙы дауам итер, Башҡортостандың иҡтисади һәм интеллектуаль ҡеүәте артабан да республика халҡы мәнфәғәтендә үҫешһен өсөн барыһын да эшләр тип ышанам.

Константин Толкачев Александр Невский, Почет, Дуҫлыҡ, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн», Салауат Юлаев ордендары, миҙалдар, Рәсәй Федерацияһы Президентының, Дәүләт Думаһының, Федерация Советының Почет грамоталары, күкрәккә таға торған билдәләр, исемле ҡорал менән бүләкләнгән. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре.

250-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-10-05/predsedatelem-gossobraniya-bashkirii-vnov-izbran-konstantin-tolkachev-3465855

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика