Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указдары менән Башҡортостан хөкүмәтенең өс ағзаһы: вице-премьер Илшат Тажетдинов, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров вазифаһынан бушатылды. Тейешле указдар Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документтарҙа билдәләнеүенсә, чиновниктар Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары итеп һайланыуға бәйле вазифаларынан бушатылған. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, улар республика парламентында етәксе вазифаларға тәғәйенләнә ала.