15:06 (UTC+5), 02 Октября 2023

Республика көнөндә Башҡортостанға Абхазия президенты килә

Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһынан скриншот
Ләйсән Закирова

Республика көнөндә Башҡортостанға Абхазия президенты Аслан Бжания килә. Был хаҡта хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, 30 сентябрҙә Радий Хәбиров менән улар Абхазияның Еңеү һәм Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Хәҙер Абхазия яуап сәфәре менән республикабыҙға килә.

«Хәҙер сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр юғары темптар менән үҫешһен өсөн Абхазияла Башҡортостандың Сауҙа йортон асабыҙ. Быйыл беҙ Республика көнөнә Абхазия президенты делегацияһын көтәбеҙ», - тип билдәләне Назаров.

Шулай уҡ премьер-министр Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Өфөлә колоннада төҙөү өсөн таш һалыу тураһында ҡарар ҡабул итеүе хаҡында хәбәр итте. Ул башҡорт һәм абхаз халыҡтарының дуҫлығын символлаштырырырға тейеш. Объектты 2024 йылда, ике республиканың хеҙмәттәшлек итеүенә 30 йыл тулыу уңайынан асырға әҙерләнәләр.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-10-02/v-den-respubliki-bashkiriyu-posetit-prezident-abhazii-3461991

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика