Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда беренсе пленар ултырышты үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы уҙҙы. Ултырышты ойоштороу комитеты рәйесе итеп һайланған Константин Толкачев үткәрҙе.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ойоштороу комитеты ағзалары даими комитеттарҙың һаны һәм атамаһы тураһында мәсьәләне ҡараны. Дәүләт Йыйылышында туғыҙ даими комитет булдырырға тәҡдим ителде:
Дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара буйынса комитет;
Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет;
Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет;
Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитет;
Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет;
Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет;
Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет;
Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет;
Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет.
Ойоштороу комитеты шулай уҡ Дәүләт Йыйылышының етәксе вазифалары структураһы, даими комитеттарҙың һаны һәм персональ составы, Рәсәй Федерацияһы сенаторы вәкәләттәрен биреү өсөн кандидатура — етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышынан вәкил мәсьәләһе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комиссиялары һәм башҡалар тураһында фекер алышты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.