13:24 (UTC+5), 28 Сентября 2023

Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының составы билдәле булды

Фото: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте
Роман Якимчук

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында етенсе саҡырылыш депутаттарының ойоштороу ултырышы уҙҙы. Уны парламент спикеры Константин Толкачев үткәрҙе, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.

Депутаттар Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ағзаларын һайланы. Уға парламент фракцияларынан 11 кеше инде. «Берҙәм Рәсәй»ҙән ойоштороу комитетында Константин Толкачев, Фәрит Ғүмәров, Руслан Насретдинов, Тамара Танһыҡҡужина, Айбулат Хажин, Рузалиә Хисмәтуллина, Салауат Хөсәйенов бар. КПРФ-тан – Юнир Ҡотлоғужин, Вадим Старов. «Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Хәҡиҡәт өсөн» партияһынан – Владимир Нагорный, ЛДПР-ҙан – Юрий Рудаков.

Республика парламентының яңы саҡырылышына 64 депутат тәүгә һайланды. Беренсе ултырышҡа тиклем депутаттар электрон теркәү һәм электрон тауыш биреү системаһы менән файҙаланырға, Дәүләт Йыйылышы регламентын, документтар менән эшләү буйынса күрһәтмәне өйрәнде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-09-28/stal-izvesten-sostav-orgkomiteta-po-podgotovke-pervogo-zasedaniya-gossobraniya-bashkirii-3457698

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика