07:53 (UTC+5), 13 Сентября 2023

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының яңы һайланған депутаттары ҡасан эшләй башлай?

Анастасия Другова

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етенсе саҡырылыш депутаттарының эше ҡасан башланасағы хаҡында һөйләне.

«Хәҙер беҙ тауыш биреүҙең һуңғы һөҙөмтәләрен көтәбеҙ — яҡын арала мәғлүмәттәр халыҡҡа иғлан ителергә тейеш. Закон буйынса яңы саҡырылыш парламенты беренсе пленар ултырышта үҙ хоҡуғына эйә була. Ул быйыл октябрь башында үтергә тейеш. Ултырышта Дәүләт Йыйылышының структураһы булдырыла, рәйес һәм уның урынбаҫарҙары һайлана, даими комитеттарҙың составы билдәләнә. Беренсе ултырышҡа әҙерлек менән ойоштороу комитеты шөғөлләнә. Ул барлыҡ фракцияларҙың вәкилдәренән депутат мандаттары һанын иҫәпкә алып төҙөлә. Ойоштороу комитеты тәҡдимдәр әҙерләй, улар депутаттарҙың тауыш биреүенә сығарыла», - тине Константин Толкачев.

Уның һүҙҙәренсә, парламенттың даими комитеттары структураһында үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Улар комитеттарҙың һанына, шулай уҡ уларҙың эшмәкәрлек йүнәлештәренә лә ҡағылыуы мөмкин. Был ағымдағы көн тәртибенең үҙенсәлектәренә бәйле.

Республика парламентының яңы составы тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-09-13/stalo-izvestno-kogda-nachnut-rabotu-izbrannye-deputaty-gossobraniya-bashkirii-3433595

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика