Владимир Путин Рәсәй президентын һайлауға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
«Законға ярашлы, парламент ҡарарҙы йыл аҙағында ҡабул итергә тейеш. Ҡарар ҡабул ителгәс, һайлау тураһында иғлан ителә, көнө билдәләнә - шул саҡта һөйләшербеҙ», - тине Владимир Путин Владивостокта барған Көнсығыш иҡтисади форумында.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, дәүләт башлығы Көнсығыш иҡтисади форумында Украинала Рәсәй менән һөйләшеүҙәрҙе тыйыу тураһында указды ғәмәлдән сығарыу диалогҡа тәүге аҙым булыуы ихтималлығы хаҡында ла белдерҙе.