Башҡортостандың етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың тәүге ултырышы 5 октябрҙә була. Был хаҡта бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Ул шулай уҡ республиканың һайлау комиссиялары системаһына һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына рәхмәт белдерҙе.
«Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Башҡортостанда барлыҡ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡларға өйрәнделәр тигәнендә ниндәй ихтирам менән ҡарауын беләм. Участка һайлау комиссиялары ағзалары ла ҙур эш башҡарҙы», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы һайлау кампанияһын һәм Берҙәм тауыш биреү көнөн закон сиктәрендә үткәргән барлыҡ структураларға рәхмәт әйтте.