06:14 (UTC+5), 11 Сентября 2023

Башҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» алда бара

Фото: Валерий Шахов
Галина Бахшиева

Башҡортостанда, бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса, «Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ — лидерҙар иҫәбендә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Яҡынса йомғаҡтар буйынса, «Берҙәм Рәсәй» партияһы 69,92% тауыш йыйған. Уның өсөн 753,5 меңдән ашыу һайлаусы тауыш биргән.

КПРФ өсөн — яҡынса 122,2 мең кеше (11,34% тауыш).

ЛДПР өсөнсө урында — 79 меңдән ашыу һайлаусы (7,33% тауыш).

«Ғәҙел Рәсәй — Хәҡиҡәт өсөн» партияһы вәкилдәре өсөн 76,3 мең самаһы кеше тауыш биргән (7,08% тауыш).

«Яңы кешеләр» партияһы әле биш процентлыҡ сиккә барып етмәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 37,2 меңдән ашыу һайлаусы ошо партияны һайлаған (3,46% тауыш).

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 10 сентябрҙә Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға биш йылға 110 депутат һайланды. Бынан тыш, Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге советына, Шишмә һәм Приют ҡасаба советтарына һайлау, шулай уҡ республиканың 772 ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлау уҙҙы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-09-11/v-bashkirii-po-itogam-obrabotki-76-byulleteney-lidiruet-edinaya-rossiya-3430064

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика