13:54 (UTC+5), 11 Сентября 2023

Башҡортостан Башлығы һайлауға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе

Галина Бахшиева

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һайлауға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

«Һайлауға килгән һәр кемгә рәхмәт, - тине хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров. — Халыҡтың  50 проценттан ашыуы һайлауҙа ҡатнашты».

Ғәҙәттәгесә, ауыл райондарында тауыш биреү кимәле юғары. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан ҡалаларында йәшәүселәр ҙә һайлауҙа әүҙемлек күрһәтте.

Кисә республикала үткән һайлауға яҡынса йомғаҡтарҙы баһалағанда, «Берҙәм Рәсәй» партияһының еңеүен билдәләргә мөмкин.

«Кемдең нисек ҡатнашҡанына аңлатма биреү - минең эшем түгел. Бының өсөн политологтар бар. Шуны ғына әйтәм: «Берҙәм Рәсәй» халыҡтың күҙенә тура ҡарай ала, сөнки ул ауыр ваҡыттарҙа кешеләр янында булды. Махсус хәрби операцияға, ковидҡа ҡаршы көрәшкәндә мохтаждарға ярҙам. Был тауыш биреүҙә лә сағылғандыр, моғайын», - тине Башҡортостан Башлығы.  

Радий Хәбиров 2023 йылғы һайлауҙа ҡатнашҡан барлыҡ сәйәси партияларға ла рәхмәт белдерҙе.

«Беҙҙә төрлө партияларҙың ҡатнашыуына бик шатмын. Һис шикһеҙ, был Рәсәйҙә сәйәси көстәрҙең дөйөм урынлашыуын сағылдыра. Дәүләт Йыйылышында парламенттың бөтә партиялары ла күрһәтелгән. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, барыһына ла уңыштар теләйбеҙ. Һайланған депутаттарға ла уңыштар. Әйткәнемсә, депутаттар составының 50 проценттан ашыуы яңыра. Бик күп сағыу, ҡыҙыҡлы кешеләр килде. Яңы ҡоролтайға уңыштар теләйбеҙ», - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-09-11/glava-bashkirii-poblagodaril-zhiteley-prishedshih-na-vybory-3430385

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика