09:27 (UTC+5), 10 Сентябрь 2023

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ҡайһы кандидаттарға өмөт бағлауы хаҡында һөйләне

Фото: Хөрмәтулла Үтәшев/vk.com
Ләйсән Закирова

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттар өсөн тауыш биреп, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, депутат мандаттарына дәғүәселәр араһында үҙенең эшмәкәрлеге менән бөтә республикаға танылғандар күп. Уның фекеренсә, бындай кандидаттар - үҙ өлкәһендә оҫталар, тимәк, халыҡ һайланыусылары вазифаһында ла күп файҙа килтерәсәк.

«Мин тап ошондай билдәле, булдыҡлы һәм белемле кандидаттарға өмөт бағлайым», - тип яҙҙы Үтәшев.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 12-гә һайлаусыларҙың 16,89% тауыш биреүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-09-10/narodnyy-artist-rossii-i-bashkirii-hurmatulla-utyashev-podelilsya-na-kakih-kandidatov-vozlagaet-nadezhdy-3427879

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика