

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев хәләл ефете менән «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы һайлау участкаһына килеп, тауыш биреүҙә ҡатнашты.
Тауыш биргәндән һуң Константин Толкачев журналистар менән аралашты. Республика парламенты спикеры һайлау кампанияһының «ихтирамлы» үтеүен билдәләне һәм һайлау тамамланғансы бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙоуҙар булмаҫ тигән ышанысын белдерҙе.
«Һайлау махсус хәрби операция шарттарында, ҡатмарлы осорҙа беренсе тапҡыр уҙғарыла. Шуға күрә һайлау алды кампанияһы тыныс барҙы, - тине Константин Толкачев. - Бер генә лә етди хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлмәне. Партия-ара көрәш тә тыныс үтте. Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа ете партияның вәкилдәре ҡатнашырға теләк белдерҙе. Бер үк ваҡытта Башҡортостанда урындағы власть органдарына - ауыл һәм ҡасаба советтарына һайлау бара. Бөтәһе 777 һайлау кампанияһы үткәрелә. Һайлау тамамланғансы ҡануниәт боҙоу осраҡтары булмаҫ тип өмөтләнәбеҙ. Һайлаусыларҙың ирекле ихтыярын тәьмин итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.