

10 сентябрҙә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты ҡарамағында тауыш биреү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр өсөн кол-үҙәк эшләй. Был хаҡта «Башинформ»ға республика Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Электораль юристар республика халҡынан тауыш биреү осоронда ҡануниәттең үтәлешенә бәйле мөрәжәғәттәр ҡабул итә. Закон боҙоу теркәлгән йәки бәхәсле хәлдәр килеп тыуған осраҡта 7 (34-72) 18-16-84 телефонына шылтыратырға йәки nabludatel102@mail.ru электрон почтаһына яҙып ебәрергә мөмкин.
«Кол-үҙәккә тауыш биреү мәсьәләләре, һайлау участкаһында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәл буйынса мөрәжәғәт итергә була», - тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова.
Кол-үҙәк 10 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә асыла һәм участка һайлау комиссияларының эше тамамланғансы эшләй.
10 сентябрҙә йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн дә «ҡыҙыу элемтә» ойошторола. Йәмәғәт күҙәтеүен ойоштороу мәсьәләләре буйынса ярҙамды улар Башҡортостандың Йәмәғәт штабы ағзаларынан алырға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.