09:44 (UTC+5), 04 Сентября 2023

Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала 3,2 меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләй

Фото: Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева

10 сентябрҙә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 3,2 меңдән ашыу һайлау участкаһы асыла, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Хәбиров билдәләүенсә, ошо йәкшәмбелә Дәүләт Йыйылышы депутаттарын, ауыл советы депутаттарын һайлау була.

«Һайлауға оҙаҡ әҙерләндек. Беҙҙең бурысыбыҙ — барыһын да ойошҡанлы үткәреү, граждандарға үҙ ихтыярын белдереү өсөн шарттар булдырыу», — тине Башҡортостан Башлығы һәм бөтәһенә лә алдағы һайлауҙа уңыштар теләне.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән Башҡортостанға күсеп килгән бер нисә мең кеше беренсе тапҡыр Рәсәй Федерацияһы субъекттары сифатында ваҡытынан алда үҙ төбәктәренең закон сығарыу йыйылыштарына һайлауҙа ҡатнаша алды.

Бының өсөн яңы биләмәләр һайлау комиссиялары дүрт экстерриториаль комиссия булдырҙы — Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта. Тауыш биреү дүрт көн —  1 сентябрҙән 4-нә тиклем бара.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-09-04/v-edinyy-den-golosovaniya-v-bashkirii-budut-rabotat-bolee-3-2-tysyachi-izbiratelnyh-uchastkov-3418191

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика