Радий Хәбиров Дмитрий Ситниковты Ҡаҙағстанда Рәсәйҙең сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостандың яңы вәкиле итеп тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Килешеү ваҡыты – 1 йыл, тиелә унда.
Дмитрий Николаевич Ситников 1964 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ының Алма-Ата ҡалаһында тыуған. «Финанстар һәм кредит» белгеслеге буйынса Алматы иҡтисад университетын тамамлаған. Һөнәри карьераһын 1991 йылда «Рикон» компанияһы директоры булып башлаған, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтендә.
Быға тиклем Башҡортостандың сауҙа вәкиле Урал Аҙнабаев ине. «Башинформ» уның үҙ теләге менән эштән китеүен хәбәр иткәйне.