05:18 (UTC+5), 28 Августа 2023

Радий Хәбиров Совет майҙанында почетлы ҡарауыл менән хәтер вахтаһына старт бирҙе

Фото: Валерий Шахов
Альмира Давлетбаева

27 августа Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө уңайынан тантаналы сарала ҡатнашты.

Республика етәксеһе легендар комдивтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 11 октябрендә асылған скульптура композицияһы 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәренә һәм Тыуған ил өсөн ғүмерен ғүмерен ҡорбан иткән ватандаштарыбыҙға арналған.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙа икенсе йыл рәттән ойошторолған «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсында еңеүселәрҙе лә тәбрикләне.

Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатовтың Ватан тарихындағы айырым ролен билдәләп үтте. Республика Башлығы шулай уҡ «Ватан» башҡорт ирекле отряды хәрбиҙәренә Шайморатов миҙалын тапшырҙы.

Быйыл конкурс иҫтәлекле датаға – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 124 йыл тулыуға бағышланды, тип билдәләне Радий Хәбиров.

- Беҙ заманыбыҙ геройҙарын бүләкләү өсөн генерал Шайморатов орденын һәм миҙалын булдырҙыҡ. Бөгөн мин генерал Шайморатов ордены кавалерҙары клубын ойоштороуыбыҙ хаҡында иғлан итәм. Былтыр Республика көнөндә беҙ Ватан һаҡсылары иҫтәлеге хөрмәтенә ошо комплексты астыҡ. Бында йәш «шайморатовсылар» ант бирә. Ирекле батальондар ҙа ошо урындан махсус хәрби операция зонаһына юлға сыға. Уларҙың барыһы ла – халыҡ геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Салауат Юлаевтың лайыҡлы тоҡомдары, - тине республика Башлығы.

Радий Хәбиров почёт ҡарауылы менән хәтер вахтаһына старт бирҙе. Хәҙер һәр шәмбе, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яҙ, йәй, көҙ һәм ҡыш көндәрендә генерал Шайморатов һәйкәле янында почетлы ҡарауыл торорға тейеш. Тәүгеләрҙән булып был хоҡуҡты иң яҡшы йәш армеецтар алды.

Часовойҙар хәтер вахтаһында йәйгеһен – киске сәғәт 7-нән 9-ға, ҡышын иһә көндөҙгө 12-нән 2-се яртыға тиклем тора. 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-08-27/radiy-habirov-dal-start-vahte-pamyati-s-pochyotnym-karaulom-na-sovetskoy-ploschadi-3407713

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика