Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Август 2023, 10:48

Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарының беренсе төркөмөн уҡытыу тамамлана

Владлен Татарский исемендәге тактик әҙерлек үҙәгендә пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарының беренсе төркөмөн уҡытыу тамамлана. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итте.

«Доброволецтар дрон менән идара итергә өйрәнеүҙе, радиоэлемтә һәм радиоэлектрон көрәш эшен үҙ эсенә алған курс үтте. Беҙҙең операторҙар тәүге тапҡыр дрондар табыу ҡоролмаһын һынап ҡараны.

Курс тамамлаусылар менән уҡыу программаһы тураһында фекер алыштыҡ. Белем биреү һөҙөмтәле булһын, ә үҙәк Ватанды һаҡлаусылар әҙерләү урынына әүерелһен өсөн материаль-техник базаны көсәйтербеҙ.

Яҡын көндәрҙә яугирҙәр Ватан һағына баҫыу өсөн махсус хәрби операция зонаһына юллана», - тип яҙа Забелин.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-08-03/v-ufe-zavershaetsya-obuchenie-pervogo-nabora-operatorov-bespilotnikov-3371991

Читайте нас: