Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Август 2023, 15:33

Башҡортостанда торлаҡ сертификаттары тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бирелә

Башҡортостан Хөкүмәте республикала йәшәгән ишле ғаиләләрҙең айырым категорияһына торлаҡ сертификаттары биреү тәртибе тураһында Положениеға үҙгәрештәр индерҙе. Хөкүмәттең тейешле ҡарарына республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың, шул иҫәптән өлөшләтә мобилизация буйынса Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың ишле ғаиләләре лә торлаҡ сертификаттары алырға хоҡуҡлы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-08-04/semi-bashkirii-v-kotoryh-est-uchastniki-svo-poluchat-zhilischnye-sertifikaty-v-pervuyu-ochered-3372789

 

Читайте нас