


31 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлының төбәк структур бүлексәләре хеҙмәткәрҙәрен яҡынлашып килгән һөнәри байрамы менән ҡотланы. Республика етәксеһе «Рәсәй тимер юлдары»ның хеҙмәт коллективтарына эштәрендә уңыштар теләне һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Үҙенең сәләмләү һүҙендә ул былай тине:
- Бөгөн, һөнәри байрамығыҙ - Тимер юлсылар көнө алдынан, беҙ тимер юл тармағы хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы дәүләт наградаларын тапшырырға булдыҡ.
Бында станция начальниктары, машинистар, водителдәр, инспекторҙар, инженерҙар, участка мастерҙары һәм Куйбышев тимер юлының башҡа бик күп эшселәре бар.
Республика Хөкүмәте күп йылдар Куйбышев тимер юлы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Һөҙөмтәлә пассажирҙар ташыу йылдан-йыл арта бара.
- Быйыл Өфө - Имеретинский курорты маршруты буйынса ике ҡатлы яңы поезд йөрөй башланы. Юғары тиҙлекле «Ҡарлуғас» һәм «Орлан» поездары Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренә яңы маршруттар асты.
Алда беҙҙе күләмле «Өфө тимер юлы ҡулсаһы» һәм Сибай – Подольск – Новорудное юлы проекттары көтә. Урал тау-металлургия компанияһы менән һөйләшеүҙәр барышында юлды проектлауҙың тәғәйен ваҡыты тураһында һөйләшеп килештек.
Радий Хәбиров тиҙ йөрөшлө ҡала яны поездарын артабан үҫтереү, вокзалдарҙы төҙөкләндереү һәм Өфө вокзалын реконструкциялауҙы тамамлау пландары хаҡында белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә Тимер юлсылар көнө августың тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнә.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.