Башҡортостандың Төҙөлөш министрлығы етәксеһе итеп Виталий Сидоркин тәғәйенләнеүе ихтимал
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәксеһе урынына ведомство министры урынбаҫары Виталий Сидоркиндың кандидатураһы ҡарала. Башҡортостан Хөкүмәтенән «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, яҡын арала чиновникты тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйыу көтөлә.
Виталий Сидоркинға 55 йәш, ул «Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе» игән маҡтаулы исемгә эйә. Быйыл апрель айынан республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары булып эшләй, хаҡ яһалышы, төҙөлөш материалдары һәм социаль объекттар төҙөү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Быға тиклем «Башгипробиосинтез» проект институтының төҙөлөш бүлегендә, Төмән быраулау эштәре идаралығында, «Башнефтезаводстрой» акционерҙар йәмғиәтенең 4-се төҙөлөш идаралығында, СУ-10 төркөмө компанияларында, «Башкортостаннефтезаводстрой» йәмғиәтендә баш инженер урынбаҫары булып эшләгән.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 25 июлдә Ридаль Сәйетов Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры бурыстарын башҡарыусы вазифаһын ҡалдырҙы. Ул хөкүмәттең республикаға федераль һәм халыҡ-ара инвесторҙар йәлеп итеү менән шөғөлләнгән блогына күсә тигән мәғлүмәт бар.