05:32 (UTC+5), 11 Июля 2023

Башҡортостан Башлығы Волга буйы федераль округы губернаторҙары медиарейтингын етәкләне

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

«Медиалогия» 2023 йылдың июнь йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округы губернаторҙары медиарейтингын әҙерләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу йәһәтенән беренсе урынды алды. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, киң мәғлүмәт сараларында республика етәксеһе хаҡында 12,5 мең тапҡырҙан күберәк яңылыҡ баҫылған. Медиаиндекс 99 086,2 тәшкил иткән.

Башҡортостан Башлығы пленар ултырышта сығыш яһаны, шулай уҡ 26-28 июндә Өфөлә уҙған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумына йомғаҡ яһаны. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Радий Хәбиров «Хәтер поезы» патриотик проектында ҡатнашыусылар менән осрашты. Валентина Матвиенко республика етәксеһенә форумға ҙур әҙерлек эше өсөн рәхмәт белдерҙе. Киң мәғлүмәт саралары шулай уҡ Башҡортостан Башлығының Һамар өлкәһенә, «Башҡортостан» ирекле полкы яугирҙәренең хәрби әҙерлек урынына барып ҡайтты. Бынан тыш, 16 июндә Башҡортостандың күргәҙмә стендында Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә республика делегацияһының XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығындағы эшенә йомғаҡ яһаны, тиелә отчетта.

Икенсе урында – күрше Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңлеханов, өсөнсөлә Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин. 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-07-11/glava-bashkirii-vozglavil-mediareyting-gubernatorov-pfo-3334845

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика