Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
96.11
+0.04
105.69
+0.38
77.55
+0.37
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Июль 2023, 12:54

Константин Толкачев урамда төкөргән өсөн штраф тураһында: «Тәжрибәне өйрәнергә кәрәк»

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Төкөргән өсөн штраф һалыу тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк, тип үҙ фекерен белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Ярославль өлкәһендә индерелгән яңылыҡҡа.

«Урамда төкөрөп йөрөү — тәү сиратта эстетика, мәҙәнилек һәм тирә-йүндәгеләргә хөрмәт күрһәтеү мәсьәләһе, — тип билдәләне республика парламенты спикеры. — Мәҙәни кешеләр үҙҙәрен улай тотмай, ә тәртипһеҙ кешене үҙенең ҡылығы тураһында уйланырға мәжбүр итергә кәрәк. Сирленең төкөрөгө инфекция сығанағы ла булыуы ихтимал. Ярославль депутаттарының башланғысын ҡыҙыҡлы тип иҫәпләйем. Ярославль өлкәһендә әлеге яңылыҡты нисек тормошҡа ашырыуҙарын иғтибар менән күҙәтеп барырбыҙ. Ғөмүмән, был тәжрибәне өйрәнергә, бәлки, иғтибарға алырға кәрәктер».

Парламент спикеры һүҙҙәренсә, таҙалыҡ һәр ҡаланың биҙәге булып тора.

«Төкөрөккә баҫыу бер кемгә лә оҡшамай. Барыһы ла таҙа йәшәүҙе хуп күрә, — тине Константин Толкачев. — Шуға штраф штраф өсөн түгел, ә йәмғиәттә үҙеңде мәҙәни тотоу ҡағиҙәләрен нығытыу өсөн индерелә».

«Башинформ» асыҡлауынса, Ярославль өлкәһенең административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында законы менән йәмәғәт урындарында төкөргән өсөн 1,5 мең һум штраф һалына, законды ҡабаттан боҙған осраҡта штраф 3 мең һум тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-07-04/konstantin-tolkachev-o-shtrafah-za-plevki-na-ulitse-opyt-stoit-izuchit-3326259

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: