


Башҡортостанда Межгорье ҡалаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп ҡала хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, бизнес-шериф Александр Чоловский тәғәйенләнде. Урындағы совет депутаттары сираттан тыш ултырышта ошондай ҡарар ҡабул итте.
«Межгорье ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Чоловский Александр Николаевичты 2023 йылдың 3 июленән сираттағы түләүле отпускыһынан саҡыртып алырға», — тиелә совет ҡарарында.
Бынан тыш, депутаттар 2021 йылдың апрелендә Вячеслав Калугинды ҡала мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләү тураһында ҡабул ителгән ҡарарҙың көсөн юғалтыуын таныны.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Калугин законһыҙ рәүештә үҙенә премия яҙыу юлы менән 1,3 миллион һум бюджет аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә. Прокуратура тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.