09:42 (UTC+5), 30 Июнь 2023

Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Замурагин отставкаға китте

Фото: Михаил Замурагиндың социаль селтәрҙәре

Баш ҡаланың Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Замурагин отставкаға китте. Мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә ошо мәғлүмәтте раҫланылар. Район етәксеһе үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған.

«Михаил Анатольевич үҙ теләге менән ғариза яҙҙы һәм 2023 йылдың 24 июне уның Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы вазифаһында һуңғы эш көнө булды. Әлеге ваҡытта вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы – етәксенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Миронов», - тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Михаил Замурагин хакимиәт етәксеһе вазифаһына былтыр май айында тәғәйенләнгәйне. Быға тиклем уның хеҙмәт эшмәкәрлеге «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» йәмғиәте менән бәйле ине.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-06-29/glava-administratsii-kalininskogo-rayona-ufy-mihail-zamuragin-podal-v-otstavku-3322001

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика