Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Июнь 2023, 11:26

Башҡортостан һәм Белоруссияның Гомель өлкәһе парламенттары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы сайты
Фото:Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы сайты

Башҡортостан һәм Белоруссияның Гомель өлкәһе парламенттары хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Гомель өлкәһенең депутаттар Советы рәйесе Екатерина Зенкевич ҡул ҡуйҙы. Сара Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында уҙҙы.

Килешеү тексы 12 статьянан тора. Төп йүнәлештәр араһында — ҡануниәтте камиллаштырыу, эшмәкәрлектең асыҡлығын тәьмин итеү, традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, ҡануниәтте мониторинглауҙы ойоштороу йәһәтенән тәжрибә алмашыу, мәғлүмәти үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү.

Документ хоҡуҡи акттар, мәғлүмәт һәм аналитик материалдар менән алмашыуҙы, берлектәге конференциялар, семинарҙар, осрашыуҙар, консультациялар үткәреүҙе, уртаҡ эш төркөмдәрен ойоштороуҙы, эшлекле бәйләнештәр булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлауға, социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итеүгә, халыҡты социаль яҡлауға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең башҡа өлкәләренә айырым иғтибар биреү ҡарала.

Константин Толкачев документтың Беларусь Республикаһы менән бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм киңәйтеүгә йүнәлтелеүен билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-06-28/parlamenty-bashkirii-i-gomelskoy-oblasti-belorussii-podpisali-soglashenie-o-sotrudnichestve-3318560

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: