

Бөгөн, 27 июндә, Башҡортостандың баш ҡалаһында Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында Өфө менән Минск араһында 2023-2025 йылдарға берлектәге саралар планы төҙөлдө. Документҡа Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һәм Минск ҡалаһы башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев ҡул ҡуйҙы.
Осрашыуҙа яҡтар сауҙа-сәнәғәт тармағында, эске туризмды үҫтереү һәм ҡала хужалығын һанлаштырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
«Бөгөнгө осрашыу Минск менән Өфө араһында мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә яңы этәргес булыр. Беҙ Рәсәй төбәктәре менән бәйләнештәр булдырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ, сөнки улар беҙҙең дәүләттәр алдында торған бурыстарҙы тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирә», — тине Владимир Кухарев.
Өфө мэры Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы кеүек ошондай ҙур сараның тап Башҡортостандың баш ҡалаһында ойошторолоуын ыңғай күренеш тип баһаланы.
«Миллионлы ҡалаларҙа оҡшаш проблемалар һәм бурыстар, Форумда улар өсөн уртаҡ ҡарарҙар табырға мөмкин. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн Беларусь йәштәре Өфө һәм Башҡортостан йәштәре менән берләшә, быларҙың барыһы ла мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ коллегаларҙан тәжрибә алмашыу өсөн Минскиға саҡырыуҙы ихлас ҡабул итәбеҙ», — тип билдәләне Ратмир Мәүлиев.
Ҡала башлығы рәсми рәүештә Беларусь делегацияһын киләһе йылда Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан тантаналарға саҡырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың декабрендә Өфө менән Минск араһында туғандаш мөнәсәбәттәр урынлаштырыу тураһында Меморандумға биш йыл тулды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.