05:33 (UTC+5), 27 Июня 2023

Башҡортостан Башлығы Владимир Путиндың мөрәжәғәтенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Ләйсән Закирова

Башҡортостан Башлығы Владимир Путиндың мөрәжәғәтенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

«Президентым менән ғорурланам. Бөйөк Рәсәйҙең Президенты менән... Башҡортостан һәр саҡ һеҙҙең менән. Сафта торған һәм һәр ваҡыт Рәсәйҙең терәге булған Башҡортостан яугирҙәре алдында хөрмәт менән баш эйәбеҙ», - тип яҙҙы үҙенең телеграм-каналында республика етәксеһе.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй Президенты үҙенең мөрәжәғәтендә уҙған ял көндәрендә булған хәл- ваҡиғалар тураһында һөйләне. Фетнә сығарырға йәки конституцион ҡоролошто боҙорға маташыу - уңышһыҙлыҡҡа дусар, тине ул. Ул боласыларҙың ҡылығын енәйәтсел тип атаны. Шул уҡ ваҡытта бөтә килешеүҙәрҙең дә үҙ көсөндә ҡалыуын билдәләне. «Вагнер» төркөмө яугирҙәре, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, өйҙәренә ҡайтырға йәки Белоруссияға китергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-06-27/glava-bashkirii-radiy-habirov-prokommentiroval-obraschenie-vladimira-putina-3316131

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика