11:16 (UTC+5), 26 Июня 2023

Республикала илһөйәрлек тәрбиәһе биреү тураһында закон ҡабул ителде

Фото: Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Башҡортостан Республикаһында илһөйәрлек тәрбиәһе биреү тураһында» закон ҡабул итте. Тиҙҙән республика етәксеһе документҡа ҡул ҡуйырға тейеш, тип хәбәр иттеләр Башинформға Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

– Бөгөн илебеҙҙә, республикабыҙҙа традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, үҙенсәлекле мәҙәниәтте, тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла. Асылда быларҙың барыһы ла – «патриотизм» төшөнсәһенең бер өлөшө, – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Ватансылыҡ ҡиммәттәре һәм ҡараштары шәхестең ныҡлы әхлаҡи нигеҙен тәшкил итә, ә илһөйәрлек милли идея булараҡ йәмғиәтте берләштерергә һәләтле. Республикала илһөйәрлек йүнәлешендәге бик күп саралар уҙғарыла, ләкин эш системаға һалынмаған. Беҙ ҡабул иткән закон республикабыҙҙа патриотик тәрбиә биреү системаһының концептуаль базаһы, нигеҙе булырға, был эшкә йәлеп ителгән ведомстволарҙың һәм ойошмаларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүен тәьмин итергә тейеш.

Законда илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙең төп төшөнсәләре, маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнгән. Патриотик тәрбиә биреү системаһын республика, урындағы бюджеттар, шулай уҡ Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы башҡа сығанаҡтар иҫәбенә финанслау ҡаралған.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-06-26/v-bashkirii-prinyat-zakon-o-patrioticheskom-vospitanii-3314291

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика