Адыгея парламенты, Дәүләт Советы – Хасэ рәйесе Владимир Нарожный Өфөгә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумында ҡатнашыу өсөн килде. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Нарожный менән төбәктәрҙең сауҙа, туризм һәм парламент-ара килешеп эш итеү өлкәһендә хеҙмәттәшлеген киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе. 2023 йылдың 12 февралендә Башҡортостан менән Адыгея хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгәйне. Был хеҙмәттәшлек берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы, мәҙәни һәм туристик алмашыуҙы күҙ уңында тота.
Бындай сәфәрҙәр мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә һәм тауар әйләнешен арттырыуға булышлыҡ итә, уртаҡ эш өсөн яңы мөмкинлектәр аса, тине Радий Хәбиров.
«Адыгеялағы коллегаларыбыҙ менән күп мәсьәләләр буйынса тығыҙ эшләйбеҙ, иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашабыҙ, – тине ул. –Туризм, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ».