Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Июнь 2023, 12:26

Радий Хәбиров абитуриенттарға уңыштар теләне — юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды

2023 йылда республикала былтырғыға ҡарағанда 512-гә күберәк бюджет урыны булдырылған. Бөтәһе 14,9 меңгә яҡын.

Бөгөн Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы старт алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров абитуриенттарға уңыштар һәм һайлаған университеттарына уҡырға инеүҙәрен теләне.

«Йылдан-йыл күберәк йәштәребеҙ бушлай юғары белем алһын өсөн маҡсатлы рәүештә эш алып барабыҙ. Быйыл республика университеттарында 14 886 бюджет урыны бар (2022 йылға ҡарағанда 512-гә күберәк).

Бөгөн беҙҙең юғары уҡыу йорттары баш ҡаланыҡылар менән конкурентлыҡ итергә һәләтле. Был йәһәттән республикала уңышлы эшләгән Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең өлөшө ҙур. Башҡортостан университеттары «Өҫтөнлөк-2030» федераль программаһында ҡатнаша. Өфө фән һәм технологиялар университетында алдынғы инженерҙар мәктәбе уңышлы эшләп килә.

Нефть университетындағы стартап-студия һәм индустриаль партнерҙар менән әүҙем эш итеү һөҙөмтәһендә Башҡортостан — студенттарҙың хупланған стартап-проекттары буйынса алдынғы урындарҙа. Беҙ фән лидерҙарын үҫтерәбеҙ — студенттарыбыҙ яңы идеяларҙы сәнәғәткә әүҙем индерә.

Һәләтле йәштәрҙе финанс яҡтан дәртләндерәбеҙ. Беҙҙең университеттарҙа олимпиадаларҙа еңеүселәр һәм берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйғандар өсөн юғары стипендия ҡаралған», — тип яҙа республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-06-20/radiy-habirov-pozhelal-abiturientam-udachi-v-vuzah-nachilas-priyomnaya-kampaniya-3306352

Читайте нас