Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Х Рәсәй һәм Белорусь форумына әҙерлек эштәре хаҡында һөйләне, тип хәбәр итә «Башинформ».
— 29 майҙа Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумын әҙерләү буйынса Рәсәй һәм Белоруссия ойоштороу комитеттарының кәңәшмәһен үткәрҙек. Был форум республикабыҙҙың мөһим ваҡиғаларының береһе булмаҡсы. Программаны, делегациялар составын, ваҡиғалар һәм эшлекле майҙансыҡтар әҙерләүҙе тикшерҙек, — тип һөйләне Радий Хәбиров.
26-28 июндә Башҡортостанда ике ил төбәктәренең хеҙмәттәшлек итеүенә йомғаҡ яһала. Сараларҙа Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Белоруссия Милли Йыйылышының Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова ҡатнаша.