
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Бохара ҡалаһының башҡорт-татар милли-мәҙәни үҙәгендә Башҡортостандан тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ менән осрашты.
Башҡорттарҙың Үзбәкстан ерендә төпләнеү тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Уларҙың күпселеге Үзбәкстандың хөкүмәт наградаларына лайыҡ булған. Бөгөн унда 23 меңдән ашыу башҡорт йәшәй.
Яҡташтарҙы туплау, милли мәҙәниәтте һаҡлау буйынса ҙур эште тап ижтимағи-мәҙәни үҙәктәр башҡара. Бындай сараларҙа былтыр үҙенең 30 йыллығын билдәләгән башҡорт мәҙәни үҙәге әүҙем ҡатнаша.
Осрашыуҙа хеҙмәттәшлектең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде, артабанғы пландар билдәләнде. Яҡтар делегацияларҙың алмаш сәфәрен ойошторорға килеште. Киләсәктә Бохара йәштәренә һәм балаларына Башҡортостанды күрһәтергә тигән план бар. Ә республикабыҙ балалары һәм йәштәре урындағы мәҙәниәт һәм тарих менән танышыу өсөн Үзбәкстанға бара.
Меңәр саҡрымға ҡарамаҫтан, Башҡортостан менән Үзбәкстан һәр ваҡыт ышаныслы партнерҙар булып ҡала. Республикалар иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итә, берлектәге социаль, белем биреү, мәҙәни, спорт проекттарын тормошҡа ашыра.
- Башҡорттар менән үзбәктәрҙе оҡшаш мәҙәниәт, дин һәм күп быуатлыҡ тарих берләштерә, улар һәр саҡ рухи яҡтан яҡын халыҡтар булып ҡала. Мәҫәлән, мосолман дине Урта Азия аша килгән. Тарихи бәйләнештәрҙең тағы бер сағыу бер миҫалы – Турахан кәшәнәһе. Мавзолейҙың архитектураһы туранан-тура Урта Азияның архитектура-төҙөлөш традицияларына бәйле. Мәҙәни һәм тарихи бәйләнеш Евразия күсмә цивилизациялар музейында сағылыш табыр, – тип билдәләне Урал Килсенбаев.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.