


«Спортсыларға һәм тренерҙарға булышлыҡ итеү — өҫтөнлөклө бурыстарыбыҙҙың береһе. Быйыл финанс ярҙамы саралары комплексын ғәмәлгә ашырыуға 150 миллион һумдан ашыу аҡса бүлдек, — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы премьер-министры Андрей Назаров. — Иң яҡшы спортсыларҙы, тренерҙарҙы, физкультура һәм спорт өлкәһендәге белгестәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам күрһәтеү, иң яҡшы спорт федерацияларын һәм муниципалитеттарын дәртләндереү өсөн «Республика спорт премияһы»н булдырҙыҡ. Республика Башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында тәүге Республика спорт премияһын тапшырыу тантанаһын уҙғарыу тәҡдимен хупланым».
«Башинформ»ға билдәле булыуынса, физик шәхестәр араһында номинациялар һәм премиялар күләме түбәндәгесә:
«Башҡортостан Республикаһының спорт ғорурлығы» — 200 мең һумлыҡ премиялар;
«Еңеп сығыу» (адаптив спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн) — 250 мең һум;
«Бөтәһе өсөн дә спорт» — 200 мең һум;
«Спорт еңеүҙәре йылъяҙмаһы» — 200 мең һум;
«Спорт дәүере» — 200 мең һум.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.