

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Йәштәр көнөн байрам итеү датаһын күсереү һәм һабантуйҙар ойоштороуҙың яңы тәртибе тураһында закон ҡабул итте.
Быға тиклем 27 июндә билдәләнгән Йәштәр көнө Рәсәй президенты бойороғона ярашлы июндең һуңғы шәмбеһенә күсерелде.
«Шуға бәйле алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу тәртибе тураһындағы законға ла үҙгәрештәр индерелде. Йәштәр көнөндә (27 июндә), шулай уҡ уға бәйле байрам саралары уҙғарылған көндә лә хәмер һатыу тыйылғайны. Хәҙер иһә мөһим датаны билдәләгән көндә генә спиртлы эсемлектәр һатырға ярамай. Байрам сараларын ҡайһы көндә (июндең һуңғы шәмбеһендә йәки икенсе көндө) ойоштороуҙы муниципаль берәмектәр 1 июнгә тиклем үҙҙәре хәл итә ала»,— тип белдерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Бынан тыш, киләһе йылдан республика ҡалалары һәм райондары һабантуй көндәрен үҙҙәре һайларға мөмкин. Парламент спикеры фекеренсә, яңы тәртип муниципалитеттарға иркен эш итергә мөмкинлек бирергә һәм алкоголгә ҡаршы сикләүҙәрҙе мотлаҡ үтәүгә булышлыҡ итергә тейеш.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.