Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Май 2023, 14:30

Илдар Заһиҙуллин Башҡортостанстат етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

трансляциянан скриншот
Фото: трансляциянан скриншот

Радий Хәбиров уға яңы вазифаһында уңыштар теләне һәм Илдар Заһиҙуллиндың бөтә кәрәкле компетенцияларға эйә булыуын билдәләне.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев 65 йәшендә донъя ҡуйҙы.

Белешмә

Заһиҙуллин Илдар Айрат улы 1985 йылдың 4 ноябрендә Өфөлә тыуған. 2008 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге:

2008-2009 – «Промстройконтракт-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең проект-менеджеры;

2009-2011 – Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы баш белгес-эксперты;

2012-2018 – Өфөлә 2-се дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы;

2018 йылдың декабренән – Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары.  

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-05-22/vrio-rukovoditelya-bashkortostanstata-naznachen-ildar-zagidullin-3267409

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас