Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Май 2023, 15:30

Радий Хәбиров Башҡортостандың ислам донъяһындағы роле тураһында һөйләне

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
Фото:Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты

19 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XIV «Рәсәй — Ислам донъяһы» халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыу өсөн Ҡазанға килде.  Республика етәксеһе «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмө ултырышында ҡатнашты, шулай уҡ ул эшлекле осрашыуҙар үткәрергә йыйына. 

Форум алдынан Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһына ҙур интервью бирҙе. Унда ул Башҡортостандың ислам донъяһындағы роле, традицион дини ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм конфессия-ара татыулыҡ, шулай уҡ хәҙерге саҡырыуҙар шарттарында сит ил ислам дәүләттәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү хаҡында һөйләне.

Атап әйткәндә, 2019 йылда Өфөлә «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмө ултырышы уҙыуын иҫкә төшөрҙө.

Тап Башҡортостанда ислам мәҙәни, цивилизациялы башланғысҡа нигеҙләнә, тип билдәләне ул. Ислам — әхлаҡ, тыныслыҡ һәм камиллыҡ дине. Республикала ксенофобия, радикализм һәм фанатизм күренештәре юҡ.

Көнбайыш Европа илдәренең күбеһе иҡтисади һуғыш иғлан итте, яңы партнерҙар кәрәк. Йышыраҡ улар — ислам донъяһы вәкилдәре. Улар араһында Үзбәкстан, Башҡортостан, Ҡаҙағстан, Төркиә, Иран һәм Фарсы ҡултығы дәүләттәре, «беҙ ҙә хәҙер улар менән эш алып барабыҙ», тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

Бөгөн республика халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә. Алда әйтеп үтелгән һәр дәүләттә тиерлек Рәсәйҙең сауҙа вәкиллектәре составында Башҡортостандың сауҙа вәкиллектәре эшләй.

«Яңыраҡ минең етәкселектә Башҡортостандың рәсми делегацияһы Иран Ислам Республикаһында эшләне. Беҙҙе йылы ҡабул иттеләр, иҡтисадыбыҙға — интеграцияға һәм тауар әйләнешен арттырыуға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙеләр, — тип һөйләне Радий Хәбиров. — Беҙ күп кенә килешеү төҙөнөк. Әлеге ваҡытта Башҡортостан делегацияһы Иранда бер нисә күргәҙмәлә ҡатнаша. Шуға күрә беҙ улар менән әүҙемерәк эшләүгә яҡшы этәргес бирҙек тип уйлайым. Был иһә иҡтисади сәйәсәтебеҙҙең бер өлөшө».

Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, иҡтисади хеҙмәттәшлектән тыш, социаль, гуманитар һәм мәҙәни аспекттар ҙа мөһим.

«Беҙ сит ил фестивалдәрендә ҡатнашабыҙ, республикабыҙға ҡунаҡтар саҡырабыҙ. Беҙҙә музей экспозициялары, театр труппалары менән алмашыу бара. Өфө менән Тегеран араһында тура рейс асыу өсөн Иран компанияһы менән әүҙем эшләйбеҙ. Июндә Өфөгә Ирандың баш ҡалаһынан тәүге борт килергә тейеш. Тура рейс туристар өсөн һәр саҡ уңайлы»,— тип билдәләне Радий Хәбиров.

Шулай уҡ Рәсәй туристарына Иранды асыу өсөн бер нисә программаны ентекле өйрәнергә кәрәк, сөнки был — уникаль ил, боронғо цивилизация.

«Әммә тағы ла бер тапҡыр әйтәм, беҙҙең иҡтисади йәһәттән ҡыҙыҡһыныу ҙур. Беренсеһе — беҙҙә уникаль мөмкинлектәр бар. Икенсеһе — ислам донъяһы менән интеграцияны тағы ла тәрәнерәк, һөҙөмтәлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеү теләге бар», — тине Башҡортостан Башлығы.

Ислам дәүләттәре менән гуманитар, мәҙәни һәм социаль хеҙмәттәшлекте үҫтереү ҙә ситтә ҡалмаҫ. Уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн яңы форматтарҙы яҡшылап уйларға кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-05-19/radiy-habirov-rasskazal-o-roli-bashkortostana-v-islamskom-mire-326484

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: