Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
82.85
-0.48
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Май 2023, 11:42

Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән сит ил граждандары Рәсәй гражданлығын ябайлаштырылған тәртиптә алырға мөмкин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Владимир Путин ҡул ҡуйған указға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөгән сит ил граждандары Рәсәй гражданлығын ябайлаштырылған тәртиптә алырға хоҡуҡлы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, яңы шарттар махсус хәрби операция осоронда Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған сит ил хәрбиҙәренә ҡағыла. Уларҙың ғаиләләре: тормош иптәше һәм балалары ла ошондай хоҡуҡҡа эйә.

Документтарҙы Эске эштәр министрлығының территориаль органына тапшырырға мөмкин. Ғариза менән бергә контракттың раҫланған күсермәһен бирергә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-05-15/zaklyuchivshie-kontrakt-na-voennuyu-sluzhbu-inostrantsy-poluchat-grazhdanstvo-rossii-v-uproschennom-poryadke-3258921

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: